Ауылымдың матур бер малайы,
Әле тора күҙем алдымда.
Гел йылмайып ҡына һөйләр ине,
Хәбәрҙәрен бала сағында.
Барып булмай йылдар ағышының,
Ҡаршыһына күпме тырышһаҡта.
Киткәндәрҙе булмай ҡайтарып та,
Күҙ йәштәрен түгеп илаһаҡта.
Ауылымдың матур малайы ла,
Ташлап китте барса яҡынын.
Йылмайыуы ҡалды күңелдәрҙә,
Беҙ ҡарайбыҙ тик таҡта- ташын.
Герой тигән данға лайыҡ хәҙер,
Берәүҙең бер ғәзиз балаһы.
Нисек түҙҙе икән сит ерҙәрҙә,
Һыҙлағанда уның яраһы.
Ауылымдың матур бер малайы,
Әле тора күҙем алдымда.
Ниңә шулай ҡайғыларға һалып,
Китә икән беҙҙең яҡындар.
Аллаһ бирһен уға ожмах юлын,
Гонаһтарын бер үк ярлыҡаһын.
Уның йылмайыуы уйылып,
Мәңгелеккә беҙҙең иҫтә ҡалһын.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәт