ҒҮМЕР (нәсихәт)
Һәр әҙәмгә Раббым бүләк ғүмер биргән,
Ошо ерҙә ғүмереңде үткәр тигән..
Ҡушҡандарҙы үтәп йәшә, доғала бул,
Аллаһ тыйған ғәмәлдәрҙән тыйыл, тигән.
Нисек йәшәргә өйрәтеп китап биргән,
Ул ҡулланма китаптың исеме Ҡөръән..
Был китапта аңлатма бар һәр ғәмәлгә,
Ярамаған эштәр ҡылһаң, кил тәүбәгә.
Ҡушҡан ул әсәй, атайҙы хөрмәтләргә,
Үҙ халҡыңдың туған телен ҡеүәтләргә,
Үҙ динеңде онотма һин бер ҡасан да,
Ваҡыт үтәр, кире ҡайтмаҫ илаһаң да.
Иманлы бул, Ҡөръән уҡы, хәйерҙәр бир..
Иҫкә ал һин баҡыйлыҡҡа киткәндәрҙе..
Намаҙға баҫ, күңел сафла! Изге уйҙар
Яратыу, мәрхәмәт булһын күңелдәрҙә.
Үҙ балаңа үҙең өйрәт тәрбиәне,
Өйрәтмәһәң, балаң булмаҫ тәрбиәле…
Оло булып йәштәргә һин бир к