Йылҡы йылында быларҙы белергә кәрәк!
Бындай таблица эшләп шәп иткәндәр, юғиһә ат тирәһендә йөрөгәндәр ҙә белмәй:
Аҙау айғыр - 7 йәштән үткән,
Аҫау айғыр - өйрәтелмәгән айғыр,
Ярау ат - өйрәтелгән ат,
Яйҙаҡ ат - эйәрһеҙ ат,
Ҡушаҡлы ат- пар ат,
Алаша ат - йонсоу ат,
Арғымаҡ- йүгерек ат, яҡшы тоҡомло,
Оҙон тороҡло ат -оҙон кәүҙәле ат,
Дөлдөл -әкиәти ҡанатлы ат.
Тағы әллә күпме терминдар барҙыр әле, телебеҙ был өлкәлә бик бай, сөнки малсылыҡ башҡорттоң төп шөғөлө булған.