ИШЕК ШАҠЫЙ ИРТӘ
Мөғжизәле иртә ишек ҡаҡты,
Мин йылмайып һуҙҙым ҡулдарҙы.
Үткән үкенестәр ҡалды артта,
Яңы көнгә алмам уларҙы...
Һауаларҙа дәртле оса ҡоштар,
Ҡанаттары иркәләй күкте.
Осҡо килә ошо ҡоштар менән,
Онотолоп, тойоп бейекте.
Йәшәгеләр килә, (ы)шанып, ҡурҡмай,
Артыңдан, тип, килеп төртмәҫтәр.
Ғәфү итеү яҡшы хушлашыуҙан...
Яратҡандар хыянат итмәҫтәр...
Мөхәббәт йәшәгән йөрәктә һис
Уҫаллыҡҡа урын юҡ, үслегә...
Ул бит тере бары һөйөү менән,
Яратмайса ярамай кешегә...
Яратырға өйрәтһәк балаларҙы,
Һуғыш булмаҫ ине бер ерҙә.
Байҙар бөлдөрҙөләр бар халыҡты,
Бай түгел шул йәндәре бер ҙә.
Ишек ҡаҡты Иртә барыһына,
Сихри таңды бүләк итте ул.
Яратмайса уны йыш ҡыуҙылар,
Ана бара, ти