Архангел районы халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә, уларҙың ғаилә ағзаларына төрлө яҡлап ярҙам итә. Был маҡсатта урындағы власть органдары менән халыҡ уртаҡ маҡсатта эшләй.
Мәҫәлән, Тәүәкәс ауылында ике урынға селтәр үрергә йөрөйҙәр. Китапханала Гөлнара Ташбулатова ошо эште 2022 йылда уҡ ойошторған. Әле унда ҡатын-ҡыҙ 26-сы селтәрҙе үрә.
– Махсус хәрби операция башланып, унда ауылдаш ир-егеттәрҙең – беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың бер-бер артлы китеүе һәммәбеҙҙең күңеленә ныҡ ауыр тәьҫир итте. Тик ятмаҫҡа, яугирҙәребеҙгә нисек тә ярҙам итергә кәрәк! Ошо ҙур теләк тотондорҙо мине селтәр үрә башлау эшен ойоштороуға, – тип ул осорҙо хәтергә алды ауыл китапханасыһы Гөлнара Ташбулатова. – Әйткәндәй, беҙ, тәүәкәстәр, тәүге гуманитар ылауҙы егеттәребеҙ Татарстанда хәрби күнекмәләр үткәндә ебәрҙек. Күпләп аҡса йыйҙыҡ та, уларға көндәлек тормошта нимәләр кәрәк – барыһын да алдыҡ. Ә ауылыбыҙ халҡы ошондай эштәрҙә һәр саҡ дәррәү ҡатнаша. Бына селтәр үреү өсөн кәрәк-яраҡҡа ла 2022 йылдан алып аҡса йыя киләм, һис ҡасан “юҡ” тимәй, ихлас ярҙам итәләр.
Бында, селтәр үреүҙән тыш, оҙаҡ яна торған шырпылар ҙа эшләйҙәр, бәләкәй ҡаптарға шифалы үләндәр киптереп һалалар. “Яңыраҡ МХО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан бер егетебеҙгә ошоларҙы биреп ебәрҙек, – ти Гөлнара Сәғит ҡыҙы. – Ҡоро душтар ҙа эшләйбеҙ. Әйткәндәй, былтыр көҙ алма күп булды бит инде. Уңышты әрәм итмәйенсә, йыйып, яугирҙәребеҙгә күп итеп ҡаҡ ҡойоп ебәрҙек. Окоп шәмдәре лә эшләйбеҙ. Балалар менән бергә яугирҙәргә хаттар яҙабыҙ. Ошо һәм башҡа изге ғәмәлдәр күңелгә еңеллек, кинәнес бирә.
Автор – Дилбәр Ишморатова.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Архангел районы.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев