Фильтр
  • Класс
  • Класс
  • Класс
🌟 🌟 🌟 “Ватанды һаҡлаусылар” фонды инвалидтарға кәрәкле реабилитация саралары биреп, махсус хәрби операция ветерандарына ярҙамды киңәйтеүен дауам итә. Яңылыҡтар иҫәбендә - адаптив кейем, ул 2025 йылдың апрелендә фондтың попечителдәр советы ҡарары буйынса ярҙам программаһына индерелгән.
87 йәшлек инәй Асҡар дауаханаһына ике һыуытҡыс бүләк иткән!
Афарин, Фәниә апай!
  • Класс
⭐ 26-сы селтәр үрелә
Архангел районы халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә, уларҙың ғаилә ағзаларына төрлө яҡлап ярҙам итә. Был маҡсатта урындағы власть органдары менән халыҡ уртаҡ маҡсатта эшләй.
Мәҫәлән, Тәүәкәс ауылында ике урынға селтәр үрергә йөрөйҙәр. Китапханала Гөлнара Ташбулатова ошо эште 2022 йылда уҡ ойошторған. Әле унда ҡатын-ҡыҙ 26-сы селтәрҙе үрә.
– Махсус хәрби операция башланып, унда ауылдаш ир-егеттәрҙең – беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың бер-бер артлы китеүе һәммәбеҙҙең күңеленә ныҡ ауыр тәьҫир итте. Тик ятмаҫҡа, яугирҙәребеҙгә нисек тә ярҙам итергә кәрәк! Ошо ҙур теләк тотондорҙо мине селтәр үрә башлау эшен ойоштороуға, – тип ул осорҙо хәтергә алды ауыл китапхан
  • Класс
  • Класс
💥 💥 💥 Йәш кенә булһалар ҙа, ғаиләһе, яҡындары өсөн генә түгел, тыуған иле өсөн яуаплылыҡ тоя белгән ир-егеттәр һоҡланыу уята. Таянырҙай, терәк булырҙай көслө заттар улар. Бөгөнгө мәҡәләмдең геройы Ишембай районы Әрметрәхим ауылы егете, махсус хәрби операцияға контракт буйынса юлланған “Раха” позывнойлы яугир.  Ишембайҙа тыуып-үҫкән егет ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше Розалия менән Искәндәр һәм Руслан исемле биш һәм өс йәшлек ике ул үҫтерәләр.
Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да көслө ул. Заманында һауа-десант ғәскәрҙәрендә һалдат бурысын үтәгән.
Показать ещё