Фильтр
Ҡаҙы тураһында бер нисә һүҙ. Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй.
Ҡаҙы өс төрлө була:
1. Эс майынан (ҡорһаҡ майы) эсәккә тоҙлап тултырылғаны. Тоҙҙан башҡа бер нәмә лә һалынмай, төрлө тәмләткестәр ҙә ҡушылмай.
2. Ҡабырғалы ҡаҙы — ҡабырғалағы ит өҫтөнә үҫкән майҙан яһала. Быныһына әҙерәк ит ҡушып, эсәккә тултыралар. Майы күберәк булған һайын яҡшыраҡ.
3. Ял ҡаҙыһы. Йылҡының ялынан ҡырҡып алалар. Дөрөҫөрәге елкәһендәге ит ҡырҡыла, тарамышынан айырып, эсәккә тултырмайынса ғына бешерәләр. Ҡаҙаҡтар ҙа ҡабырғалы ҡаҙыны эсәккә тултырмай, ҡабырға ите менән бергә бешерә.
“Ҡаҙылыҡ” — диалект һүҙе. Ҡайһы яҡта уны хатта “тултырма” ла тиҙәр. Әммә күпселек башҡорттар “ҡаҙы” ти.
Мәғлүмәт: матбуғат биттәренән. Ав
Ашыҡмағыҙ, зинһар, юлға сыҡҡас,
Ҡасан да бер барып етерһегеҙ.
Һаҡланғанды һаҡлармын мин, тигән
Хоҙайымдың һүҙен аңларһығыҙ.
Ашыҡмаһаң, йыраҡ китерһең һин,
Тигән һүҙ бар бит, беләһегеҙ.
Күпме кеше ғүмерҙәрен өҙә,
Һис ҡыҙғанмай, юлдар аяуһыҙ.
Һеҙҙең йәшәү, һеҙгә генә түгел,
Күптәргә бик кәрәк, аңлағыҙ!
Балаларҙы, атай-әсәйҙәрҙе
Ҡайғыларға, бер үк, һалмағыҙ.
Атай-әсәй булһаң, аңла шуны:
Һин кәрәкһең ғәзиз балаңа.
Уйланығыҙ: нисек ауыр йәшәү,
Ҡалғандарға, сит-ят ҡулдарҙа.
Балаҡайым, бер үк әкрен йөрө,
Ашыҡҡанды юлдар яратмай,
Тигән һүҙен атай-әсәйҙәрҙең,
Йөрөгөҙ һеҙ, бер үк, онотмай.
Оҙатҡас та, ғәзиздәрең өйҙән,
“Килеп еттем “тигән һүҙ көтә.
Шул ике һүҙ бары, шул ике һүҙ
Ғүмер өҫтәй һәм дә
Фотоһүрәттәге дуҫыбыҙ ниндәй йырҙы йырлай?
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?😉
Ялдарығыҙ матур булһын!❄❄❄
МХО батыры Фәнис "Бесбашенный"ҙың олатаһы баҡыйлыҡҡа күскән...
🥀 Сая һәм ҡыйыу йөрәкле Тәтешле егете Фәнис Хөсәйеновтың олатаһы Миңлемәғҙән Хөсәйеновтың вафаты тураһында район башлығы Фәнүр Шәйхисламов социаль селтәрҙә хәбәр итә.
Миңлемәғҙән Муса улы хәләле менән һигеҙ бала үҫтергән, ғүмер баҡый колхозда эшләгән. Уларҙың тиҫтәләгән ейән-ейәнсәре һәм бүләһе бар. Уҙамандың ике улы һәм биш ейәне махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Уларҙың береһе сая Фәнистең исеме Башҡортостанда ғына түгел., бөтөн Рәсәйҙә билдәле, уның батырлығына һоҡланмаған, хайран ҡалмаған кеше булмағандыр. Бынан өс йыл элек - 2023 йылдың 17 ғинуарында - Башҡортостан халҡы уны хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты...
Ейән һәм олатай
  • Класс
Туҡта❗ Ошо урында мәғлүмәт таҫмаһын әйләндереүҙән бер аҙ ял итеп ал 😊
📻 Дәррәү генә "Юлдаш" өсөн тауыш биреп алайыҡ. Дуҫтар, яратҡан радиоғыҙ "СМИротворец" конкурсында "Халыҡ һөйөүе" премияһына дәғүә итә.
Һәр бер тауыш мөһим! Әле Ставрополь, Осетия һәм Бүрәт республикаһы тәүге урындарҙа килә. "Юлдаш"ты алға сығарайыҡ 🏆
💚 Беҙҙе ҡеүәтләгеҙ:
https://concours.nazaccent.ru/internet-voting/miras-nasledie/

26 ғинуарға тиклем көн дә тауыш бирергә була.
🌿 Башҡортостанда берҙәм халыҡ йәшәүен бар илгә йәнә бер тапҡыр иҫбат итәйек!
Бөгөн Рәсәйҙә тәфтиш комитеты ойошторолған көн.
🇷🇺 Был туралағы федераль закон 2011 йылдың 15 ғинуарында ғәмәлгә инә. Бығаса прокуратура составындағы хеҙмәт үҙ аллы структураға әйләнеп, ил Президентына туранан-тура буйһона башлай.
Тәфтиш комитеты енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм асыҡлаусы башҡа хеҙмәттәр менән берлектә эшмәкәрлек алып бара. Башҡортостан биләмәһендә башҡа төбәктәрҙән айырмалы, һалым түләүгә ҡағылған тәртип боҙоуҙарҙы киҫәтеү бүлеге ойошторолған.
"Яңы йылдан башлайым", тип үҙҙәренә маҡсат ҡуйған кешеләр бармы?
Телефонға дәртләндереүсе, ҡеүәтләүсе һүрәттәр әҙерләнек. Уларҙы үҙегеҙгә һаҡлап алып телефонға фон йәки статус/сториздарға ҡуйырға мөмкин.
Уларҙы "Юлдаш" радиоһының МАХ max.ru/uldash_fm каналынан алырға була ✅
Показать ещё