Предыдущая публикация
Следующая публикация
Свернуть поиск
Сервисы VK
MailПочтаОблакоКалендарьЗаметкиVK ЗвонкиVK ПочтаТВ программаПогодаГороскопыСпортОтветыVK РекламаЛедиВКонтакте Ещё
Войти
Мы используем cookie-файлы, чтобы улучшить сервисы для вас. Больше информации
  • Главная
  • Увлечения
  • Видео
  • Группы
  • Люди
  • Публикации
  • Игры
  • Подарки
  • Поздравления
  • Помощь
  • русский
Левая колонка
Обложка профиля
Фотография от Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)

Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)

Последний визит: 10:10
Фотография от Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)
Фотография от Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)
Фотография от Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)
Фотография от Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)
Фотография от Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)
Фильтр
ЗаметкиУвлечения
Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)
25 янв
Туған ҡәҙерен беләйек

Үпкәләшкән саҡтар булғанда ла,
Ғүмер буйы кенә ҡыумайыҡ.
Сирле хәлен белеү- фарыз ғәмәл,
Йылы һүҙгә һаран булмайыҡ.

Аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуһа,
Күҙгә - күҙ ҡарашып аңлашайыҡ.
Ярҙамыңа мохтаж ҡәрҙәшеңде
Яйы сыҡҡан һайын яҡлашайыҡ.

Эс- бауырға йыйып үпкә һүҙҙәр,
Күңел һандығында һаҡламайыҡ.
Йылы һүҙҙәр - йән аҙығы ,тигән
Халыҡ мәҡәлен һис онотмайыҡ.

Туғанлыҡ ҡәҙерен белгән кеше
Оло хөрмәт- ихтирамға лайыҡ.
Яҡты донъялар бит фани ғына,
Шул хәҡиҡәтте иҫтә тотайыҡ..
  • Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)
    24 янв
    Бары ла һәйбәт булыр( Всё будет хорошо)

    Тағы ҙур һынау алдымда,
    Көсөм етһә, уңырмын.
    Түҙемлегем ҡалманы,тип
    Ебеп төшһәм, туңырмын.

    Йырып сығырлыҡ был хәлде,
    Булыр әле әмәле.
    Мәсьәлә сиселмәй икән-
    Тимәк, етмәгән мәле.

    Һәр ғәмәлдең үҙ мөҙҙәте,
    Сабыр булырға кәрәк.
    Атай- әсәйемдең рухы
    Миңә иң оло терәк.

    Фәрештәләй ике балам
    Иң ныҡлы таянысым.
    Йөрәккә көс, күңелгә дәрт
    Өҫтәүсе йыуанысым.

    Сабыр төбө һары алтын,
    Тик һүнмәһен ышаныс.
    Артта ҡалғас ауырлыҡтар,
    Кисерермен ҡыуаныс.
  • Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)
    19 янв
    Ышанам( Верю)

    Күҙ нурҙарым, бәлки, һүнмәгәндер...
    ,,Күҙемдең кешеһе" үлмәгәндер...
    Табиптарға саф күңелдән ышанам,
    Күҙ йәш(е) аша йылмайырмын бер заман.

    Төн шаршауы асылыр ҙа алдымда,
    Яҡты ҡояш балҡып торор ҡаршымда.
    Тирә- яғыма һоҡланып, бағырмын.
    Йөҙҙәренән кешеләрҙе танырмын.

    Ысынбарлығында донъя күренер,
    Гүзәллеккә табан ҡулдар үрелер.
    Яҡты, матур
    көндәр килер, ышанам.
    Яҡшылыҡҡа, изгелеккә табынам.

    Ике күҙем яҡты йондоҙҙай балҡыр,
    Гүйә, ҡояш тик минең өсөн ҡалҡыр.
    Йәнем- тәнем менән шуға ышанам,
    Шул өмөттән- ышаныстан йыуанам.
    Ышанысым һүнмәгәнгә ҡыуанам.🙏🙏🙏
  • Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)
    18 янв
    Моңһоу бер көй булып...(Грустной мелодией остался...)

    Ғүмер китабымдың биттәре
    Ҡыштыр - ҡыштыр асып- ябыла.
    Ынйы бөртөгөләй көндәрем
    Йылдар сәйләненә тағыла.

    Ҡабатланмаҫ инде был көндәр,
    Кире ҡайтмаҫ үткән йылдарым.
    Яҡты хәтирәләр шәлкеме
    Сиртә күңелемдең ҡылдарын...

    Бик алыҫта сыңлап тораһың,
    Йөрәгемдең йәш(е)рен түрендә.
    Һүҙһеҙ генә моңһоу көй булып,
    Мәңгелеккә ҡалдың күңелдә...
  • Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)
    15 янв
    Көслөнөкө- замана ( Миром правят сильные)

    Әйтә ине боронғолар:
    ,,Көслөнөкө- замана..."
    Яңы быуат тыуҙы күптән,
    Ә көнүҙәк һаман да.

    Әле лә бит ҡай берәүҙәр
    Көсө менән маҡтана.
    Көсһөҙҙәр бер эш ҡыралмай,
    Ауыр һулап, уфтана.

    Көслөгә диңгеҙ тубыҡтан,
    Яҙылмаған ҡанун да.
    Ни теләһә, шуны ҡыла,
    Башбаштаҡлыҡ ҡанында.

    Үҙе баш, үҙе түш көслө,
    Ул - тотҡаһы донъяның.
    Нәфсеһе гел көҫәп тора
    Иң һимеҙен ҡалъяның.

    Көсһөҙ хәлен белмәй көслө,
    Ҡалын уның елкәһе.
    Үҙенә һүҙ әйтеп ҡара-
    Һыу күтәрмәй һеркәһе.

    Көс булһа, аҡыл кәрәкмәй,
    Тип ебәрәләр хатта.
    Ҡарама беләккә,ҡара йөрәккә.
    Оноталар шул хаҡта.

    Үҙ туҡһаны ғына туҡһан,
    Башҡаға ул төкөрә.
    Тиле- тиле,тигән һайын,
    Тегәнәк буйы һикерә.

    Бар ғәмәл бо
  • Вазиля Зарифовна Хакимова(Мигранова)
    13 янв
    Билдәһеҙ Һалдат (Неизвестный Солдат)

    Ябай ғына мәрмәр ташына,
    Билдәһеҙ һалдат, тип яҙылған.
    Билдәһеҙ, был ҡәбер ҡасан һәм
    Кемдең ҡулы менән ҡаҙылған.

    Юҡ, билдәһеҙ түгел был һалдат-
    Һәр кем күрә унда яҡынын.
    Атаһын,ағаһын, һөйгәнен...
    Батыр улын тыуған халҡының.

    Күп тарафтан бында киләләр,
    Башын эйеп,баҫып торалар.
    Таныш һын-йөҙ, гүйә, күргәндәй,
    Яңыра төҙәлмәҫ яралар.

    Кемдең генә ғәзиз балаһы
    Һуңғы төйәк тапҡан сит ерҙә?
    Һуғыш тамамланыр тик шул саҡ-
    Һуңғы һалдат кергәс ҡәбергә.

    Йыл артынан йылдар уҙғанда ла,
    Өмөттәрен өҙмәй эҙләгәндәр.
    Бер билдәһеҙ һалдат ҡалмаһын,тип
    Изге юлда йөрөй эҙәрмәндәр.

    Һуғыш, ҡоллоҡ михнәтен күп күргән
    Псков яҡтарына барып ҡайттым.
    Туғандар ҡәберлегендә ятҡ
  • На этом пока всё
    Войдите в ОК, чтобы посмотреть всю ленту

    132

    • Насима Амерханова (тулиганова)
      Насима Амерханова (тулиганова)
    • Фируза Рахмангулова
      Фируза Рахмангулова
      Кумертау
    • Анатолий Максимов
      Анатолий Максимов
    • Башкирский Мёд Белорецкого района
      Башкирский Мёд Белорецкого района
      Уфа
    • Разиля Кузнецова (Юлдашева)
      Разиля Кузнецова (Юлдашева)
      Ермолаево Республика

    • Бесплатная открытка счастья вам и здоровья, девочка, ромашки, поляна
    • Бесплатная открытка

    184

    • ОК Видео
      ОК Видео
      412738 подписчиков
    • Стихи.ру
      Стихи.ру
      3095 подписчиков
    • МОИ  СТИХИ! Я ЧУДО   ЖДУ!
      МОИ СТИХИ! Я ЧУДО ЖДУ!
      9605 подписчиков
    • Тихая гавань
      Тихая гавань
      281847 подписчиков
    • Книга рецептов
      Книга рецептов
      169586 подписчиков

    Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного

    Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.

    Зарегистрироваться