8-се ай бара, бөтәһе лә яратҡан йырсы һәм актер булмағас, түбәндә Фидан Сафа улының иҫтәлегенә арналған шиғыр 👇
...
Күктәр алды йәнен бер йондоҙҙоң
Йырланаһы йырын ҡалдырып...
Башҡортостан, Татарстан халҡын
Мәңгелеккә йәтим ҡалдырып...
Тәҡдире лә, яҙмышы ла уның
Сәхнәләрҙә үткән ғүмере!
Гармундары көйләр, моңон һөйләр
Халҡы көйләр мәңгелек йырын!
Фидан, Фидан! Күпме ғашиҡ йәндәр...
Һин тыуҙырған ролдәр эсендә!
Сәхнәләрҙә йәшәр, мәңге һүнмәҫ
Ғорур рухың халҡың күңелендә!
Һыуҙар ташты, муйыл сәскә атты
Йылы яҡтан ҡайтты ҡоштар ҙа...
Тик тәбиғәт илай, юғалтыуҙан
Ямғыр түгел яуҙы ҡарҙар ҙа...
Күккә күтәрелде йәнкәйҙәрең...
Мөхәббәтең ҡалды халыҡта!
Рәхмәт йырҙарыңа, яңғырар улар