ҺУҒЫШ ӨСӨН ТЫУМАЙ КЕШЕ ЕРГӘ
Һуғыш өсөн кеше тыумай ергә,
Йәшәр өсөн килә, йәшнәргә!
Бәхет өсөн тыуа һәр бер кеше,
Бирегеҙ ирек тыныс йәшәргә!
Төҙөр өсөн килә кеше ергә,
Емерергә түгел, ҡырырға.
Үлтерергә түгел, дауаларға,
Йыһандарға юлдар ярырға.
Шатлыҡ өсөн тыуа кеше ергә,
Ҡайғы -хәсрәт түгел эсергә,
Яңы йырҙар, көйҙәр өсөн тыуа,
Елдәрҙән дә етеҙ иҫергә.
Кеше тыуа яҡты донъяларға
Һуғыш өсөн түгел, һулыш өсөн!
Изгелек һәм тик игелек өсөн
Ата -әсә һала бар көсөн!
Ҡарғыш өсөн түгел, алғыш өсөн,
Тыуа кеше яҡты донъяға!
Йәшләй гүргә керер өсөн түгел,
Артылырға тауға, ҡаяға!
Һуғыш өсөн түгел тыумай ергә кеше,
Тыныс тормош өсөн тыуа ул.
Туҡтаһындар туптар шартлауҙары,
Бәхет өсөн булһын