***
(Мәҙинә апай менән әңгәмәнән һуң)
Балитәкле күлдәк кейгән,
Сөйөп алған яулыҡ ип кенә.
Сыңлап ҡала сәс таҫмаһы,
Сәй табыны ҡора йәш еңгә.
Сәғәт тек-тек ваҡыт һанай,
Мырлай кәштәлә бесәй.
Самауыры боҫон бөркә,
Бәлеш бешә мейестә.
Бөтөп,тағы баштан башлай
Патефонда пластинка.
Көйҙө тыңлаусыһы ла юҡ,
Еңгәбеҙ ҡунаҡ көтә.
Шәл бөркәнеп,атта елә,
Күрше ауыл ҡатыны.
Әхирәттәр күрешмәне,
Мәшәҡәттәр арбаны...
Ҡайтараһы ине лә бит
Ғүмерҙең татлы мәлен.
Пластинкаһын кире ҡуйып,
Туҡтатып патефонын.
22 ғинуар 2025 йыл