Иҫке Яңы йыл.
Иҫке Яңы йыл да етте,
Ғүмер һыу кеүек аға,
Беҙҙең өсөн Яңы йылдар
Инде һиҙелмәй уҙа.
Бала саҡта, йәш саҡтарҙа
Яңы йыл шашып килә,
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу
Сын булып өйгә керә.
Күңелдәрҙә ҙур шатлыҡтар,
Шиңмәҫ өмөт тойғоһо,
Йөрәктәрҙә һүнмәҫ уттар,
Янған уттар сатҡыһы.
Киләһе Яңы йылдарҙан
Таҙалыҡтар һорайыҡ,
Оҙон ғүмер, тыныс ҡартлыҡ,
Аҡ бәхеттәр теләйек!