11 июндә Өфөлә Матбуғат йорто янында республика байрамы - Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө уҙғарыла. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын журналистар, яҙыусылар, сәйәсмәндәр менән осрашыуҙар, китап йәрминкәһе, халыҡ ижады һәм керамика изделиелары күргәҙмә-йәрминкәһе көтә.
Программала - Нәзифә Кадирова, Руслан Зөлҡәрнәев, Заһир Шәйәхмәтов, Гөлназ Биктимерова, Ян Лира кеүек артистар ҡатнашлығында концерт.
Һәм, әлбиттә, байрамда гәзит һәм журналдарға иң яҡшы хаҡҡа яҙылырға мөмкин буласаҡ.
Барыһы өсөн дә ташлама - 10%.
1 һәм 2 төркөм инвалидтарына, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә өҫтәмә ташлама ҡаралған.
Сәғәт 2-лә байрамда яҙылыусылар а