Ҡаңғылдашып оса ҡыр ҡаҙҙары,
Алтын көҙҙең йәнә бер йәме,
Үҙәгемде өҙә тауыштары,
Тетрәндереп ҡуя йөрәкте.
Кыйғаҡ, кыйгак ҡайҙа остоғоҙ,
Ҡулдарымды болғап оҙатам,
Күҙ йәшемде тыя алмай,
Ситтән генә һеҙҙе куҙәтәм
Кыйғаҡ, ҡыйғаҡ беҙ бейектә тейҙәр
Ҡыуып тоталмаҫһың, бошонма,
Ҡайтырбыҙ беҙ яҙҙар менән бергә,
Өмөтеңде өҙмә, көт кенә
Бакса уртаһында, тып тын баҫып
Тороп ҡалдым, япа ялгыҙым,
Ҡайҙа осһагыҙ ҙа онотмағыҙ,
Тыуған ерегеҙҙең барлығын.
Болоттарға инеп юғалдылар,
Йөрәгемде өтеп, әрнетеп,
Илебеҙҙең тыныслығын алып,
Ҡайтығыҙ ҡаҙҙарым яҙ етеп.
Закира Ганиева.