БУРАН.
///////////////////////////////
Буран йүгереп-бейей ине,
Аҡ ҡарҙа ине-иңең,
Мин бит һине һөйәм-тинем,
Яуабын белмәй инең.
Буран,буран,буран күмә ,
Һинән ҡалған аҙымды,
Ниңә буран ҡосағында,
Ҡалдырҙың яңғыҙымды....
Шаян көлгән тауыш менән,
Юғалдың һин буранда,
Тик бер үҙем тороп ҡалдым,
Аҡ буранлы урамда.
Йөрәгемдә буран илай,
Һағыштан тулды микән,
Әллә бар донъяның йәме,
Тик һиндә булды микән....