Ләмәҙтамаҡ ауылында яңы мәсеттәге көпләү эштәрен бөтереп ҡуйҙылар. Төп эшкә сыҡҡан кеүек бер көндә ҡалдырмай эшләп йөрөгән ир егеттәргә ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.Фидәлит хәҙрәт, Ильшат Фаиз улы, Рәүф Вәсил улы, Риман Нариман улы, Наил Барый улы, Юрис Ризван улы һәм дә башҡалар..... Аш һыу әҙерләп төшке аштарҙы ашатҡан ҡыҙҙарға усаҡтары гел шулай һүнмәй тәмле аштарҙан өҙелмәһендәр тигән теләктә ҡалабыҙ. Хәҙер беҙгә газ мәсьәләһе буйынса йөрер кәрәк, беҙгә матди яҡтан ай һайын аҡсалата ярҙам күрһәткән ауылдаштарға ҙур ышаныс менән мөрәжәғәт итәбеҙ, шулай ярҙамығыҙҙан ташламағыҙ инде тип һәм бер тапҡырҙа булышмағандар беҙҙең дә өлөш булһын тип , ярҙам ҡулы һуҙмаҫһығыҙ микән. Ж