Үкенмәйем...
Һағыныуҙарға һистә үкенмәйем,
Һағынып-һағынып һөйләр кешем бар.
Егән буйым, Бүжә тауым,
Бөҙрә талдар, һайрар ҡошом бар.
Һағыныуҙарға һистә үкенмәйем,
Һағынып ҡайтыр, ауылым Ғүмәр бар.
Йүгереп үткән йәшлек йылдарымды,
Парлар өсөн әле ғүмер бар.
Һағыныуҙарға һистә үкенмәйем,
Яндарымда бар бит балалар.
-Әсәкәйем!-тиеп, бер ҡосаҡлап
Һағыныуҙарҙы баҫа һалалар.