Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһында ата-әсәләр һәм балалар менән берлектә башҡорт милли аш-һыуы фестивале үтте.
Фестивалдең төп маҡсаты - балаларҙы башҡорт халҡының милли аш-һыуы менән таныштырыу, әсәйҙәр һәм балалар, тәрбиәселәр араһында йылы осрашыу, милли ризыҡтарҙы әҙерләү алымдары тураһында тәжрибә уртаҡлашыу, өйрәнеү, һаҡлау, үҫтереү ине.
Сара балаларҙың һәм әсәйҙәрҙең аш-һыуға бәйле йомаҡтар сисеүе менән башланып китте һәм һәр ғаиләнең үҙҙәре яратып әҙерләгән милли ризыҡтары менән таныштырыуы, йыр, бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. “Ҡыңғырау” кескәйҙәр төркөмөнән Нурғалиндар ғаиләһе бауырһаҡ, “Умырзая” төркөмөнән Йәнбирҙиндар ғаиләһе өсбосмаҡ, “Томбойоҡ” төркөмөнән Ултраҡовтар ғаиләһ