Өфөгә килеп өс көн өс театрза булып һөйөндем дә , көйөндөм дә .
Күңелде киткәне , күпме халық араһында , һағынып қайтқан үз телем менән һөйләшкән бер кешене лә ишетмәүем булды .татарса ла , русса ғына тауыштарзы ишеттем .
Бәлки беззең башқорт халқы сәнғәтте яратмайзыр тигән , қурқыныс уй башымдан үтте .Мин 62 йыл Қазакстанда йәшәп , үз
телемдә шиғыр йыйынтығын сығарырға килгән инем .,,Әллә әзер булып килгән йыйынтығымдың берәүгә лә кәрәге булмасмы икән" тигән уйзар мине нық борсой башланылар.
Минең телем сикһез һауа һымақ ,
Йәшәү сығанағы халқымдың .
Минең телем йәшәү осқондары ,
Ер йөзөндә булған ялқындың .
Йәшә , телем , минең башқорт телем ,
Иркәләнеп тыуған халқыңа !
Һине юғалтма