МӘРЙӘМЕМ!!!
,,Күрше ауылда
Ал сәскәләрҙәй
Йәшәйҙер бер ҡыҙ
Мәрйәмем минең!!!"
Был юлдар йырҙан,ә мин үҙемдең бейемем,Әлмәс ауылында тыуып үҫкән һәм шул ауылда ғүмер иткән Табулдина Мәрйәм Ҡәйүм ҡыҙы тураһында яҙырға теләр инем.
БЕЙЕМЕМӘ!!!
Әлмәс ауылы бит ул бигрәк матур
Йылдан-йыл ул үҫә,йәшәрә!
Беренән-бере бейек йорттар ҡалҡты
Насип булһын иҫән йәшәргә!
Килен булып төштөм был ауылға
Алсаҡ, ябай ауылда халыҡ
Һис арымай улар мәшәҡәттән
Йәшәйһем килде ошонда ҡалып.
Бергә, матур донъя көтә ине
Бик күп йылдар ҡайным һәм бейем
Йыш ҡайттык беҙ, ярҙам итер өсөн
Бында булды икенсе өйөм!
Татыу булдыҡ бейем менән һәр саҡ
Бер ваҡытта һүҙгә килмәнек
Күп эштәрҙе бергә башҡарҙыҡ беҙ
Арыу-талыуҙы