ҺУҢ БУЛЫРЫН БЕЛҺӘКСЕ...
Төштәремә, әсәй, керһәңсе.
Хәлең нисек, балам, тиһәңсе.
Бала саҡтағылай, башым һыйпап
Сәстәремде тарап үрһәңсе.
Томбойоҡло күлдең ҡосағында,
Һыу сәсрәтеп икәү йөҙһәксе.
Сәскәләрҙән таҡыялар үреп,
Сәхрә- болондарҙы гиҙһәксе.
Бит алмаларыңды соҡорайтып,
Башың артҡа ташлап көлһәңсе,
Күкрәгеңә ҡыҫып, ҡолонсағым тиеп,
Бәхет теләп мине һөйһәңсе.
Иҫән саҡта ғәзиз әсәләрҙең
Ҡәҙерҙәрен үҙебеҙ белһәксе.
Иңдәренән ҡосоп. хәлен һорап,
Хәҙер үҙебеҙ күберәк һөйһәксе.
Байлыҡ йыйып, донъя ҡыуыуҙа
Сабырыраҡ була белһәксе.
Уларҙа бит яратыуға мохтаж,
Яндарында күберәк булһаҡсы.
Әсәй яндарында үҫкән саҡтың,
Ожмах икәндәрен белһәксе.
Маңлай күҙҙәребеҙ күрмәгәнде,
Күңел күҙе күберәк