Предыдущая публикация
Следующая публикация
Свернуть поиск
Сервисы VK
MailПочтаОблакоКалендарьЗаметкиVK ЗвонкиVK ПочтаТВ программаПогодаГороскопыСпортОтветыVK РекламаЛедиВКонтакте Ещё
Войти
Мы используем cookie-файлы, чтобы улучшить сервисы для вас. Больше информации
  • Главная
  • Увлечения
  • Видео
  • Группы
  • Люди
  • Публикации
  • Игры
  • Подарки
  • Поздравления
  • Помощь
  • русский
Левая колонка
Фотография от Фаниль Буляков

Фаниль Буляков

Последний визит: 28 янв
Фотография от Фаниль Буляков
Фотография от Фаниль Буляков
Фотография от Фаниль Буляков
Фотография от Фаниль Буляков
Фотография от Фаниль Буляков
Фильтр
ЗаметкиУвлечения
Фаниль Буляков
6 ноя
Йонсоу ҡояш бойоҡ болоттарҙың
Ҡосағында тыныс бәүелә.
Ҡар ямғырлы күктәр тик көҙҙәрен
Ергә табан яҡын эйелә.
Уятырға теләп йонсоу күкте
Һуңғы торна тубы ҡысҡыра.
-Торрайыҡтар, тороп ҡалмағыҙҙар,
Алыҫ ерҙәр беҙҙе саҡыра!
Күкте телеп ергә рашҡы яуа,
Ҡар менән боҙ уның булмышы.
Һуңлап ҡалған тупты өтөп бара
Ноябрҙең әсе һулышы.
Һалҡын көҙҙә торна ҡанаттары
Эҙләй көндөң йылы нурҙарын.
Һоро күктә, һоро торналарҙың
Моң-зарҙарға тулған йырҙары.
Юлдар ауыр... Дауыл юлды ҡыя
Ел бауырлай ҡоштар күкрәге.
Ҡанаттары елдән ҡеүәт ала
Өмөтлө бит ҡоштар йөрәге.
Алыҫтарға әйҙәй йәшәү көсө,
Ҡанат-ҡеүәт өҫтәй рух көсөн.
Мин рәхмәтле һуңғы торналарға
Өмөт тулы моңло йыр өсөн.
Фәнил Бүләко
Фаниль Буляков
2 ноя
Беҙ мохтажбыҙ яҡындарға,
Бик йыш кәрәк йылы һүҙ.
Йөрәгеңдә ҡош талпына,
Һөйөп баҡһа ике күҙ.
Беҙ терәкбеҙ балаларға,
Кәрәкбеҙ ҙә уларға.
Тормоштоң һынауҙарынан
Ярамай шул ҡоларға.
Бәхетле беҙ был ғүмерҙә
Йөрәк йәрең булғанда.
Ҡосағыңдағы наҙыңдан
Донъя нурға сумғанда.
Ел иҫһә, дауыл ҡупһа ла,
Күңел ышығы кәрәк.
Бәлә килгәндә аңлайбыҙ
Туған туғанға терәк.
Йөрәктәрҙе йылытырға
Яҡын дуҫтарың кәрәк.
Уларға ярҙам һуҙырлыҡ
Йылы устарың кәрәк.
Йәшәүҙең ауыр сағында
Таяу — яҡындар ҡулы.
Яҡшылыҡ йәнде йылыта -
Ул күңелдең ялҡыны.
Был тормоштоң һынауҙары –
Ҡолау йә күккә сөйөү.
Йылы һүҙҙәрҙән башлана
Яратыу, өмөт, һөйөү.
Фәнил Бүләков.
Фаниль Буляков
31 окт
Йәнле моң.
Таң һыҙыла... Тәҙрә асып
Ҡояш нуры бейей өйҙә.
Уйға батып ҡарт ултыра
Мейес йырлаған көйгә.
Күҙҙәрҙә быуат һағышы,
Күпте күргән ҡарт оҫта.
Һырланған уның ҡулдары,
Иҫке ҡурайы уста.
Ҡулында ҡарттың ҡыу ҡурай
Ҡурайы уның яҙмыш.
Йыйырсыҡ баҫҡан йөҙөндә
Йылмайыу ҡатыш һағыш.
Усында уның ҡурайы,
Үҙе киҫеп алғаны.
Ел-дауылда һыҙҙырғаны,
Урал моңон һалғаны.
Ҡара тупраҡта нығынған,
Һандуғас моңон отҡан,
Ошо ҡурай башҡортомдоң
Зар-һыҡтауҙарын йотҡан.
Ҡарт бармаҡтар ҡыу ҡурайҙы
Шундай наҙ менән һыйпай.
Күңеле гүйә доғала,
Йәненә һағыш һыймай.
Моң ағыла... Йөрәк моңо...
Бәлки камил түгелдер.
Йөрәк тибешен һиҙҙереп
Илаһи моң түгелде.
Ҡурай менән ҡарттың күптән
Яҙмыштары ишелгән.
Йөрәк моңон е
Фаниль Буляков
19 окт
Тимер күктән тетә ямғыр,
Йә биткә һуға ҡары.
Болоттарҙан ишетелә
Ҡоштарҙың һуңғы зары.

Ҡояш та юрған аҫтында
Мамыҡ болот ябынған.
Көҙ хушлаша,..Ап-аҡ ҡарҙар
Ҡара ерҙе һағынған.

Һағышым ҡунаҡ-муйнаҡтай
Йәндә ҡунаҡлай оҙаҡ.
Һуңғы япраҡтар ағаста...
Улар ҙа артыҡ һымаҡ.

Быяла күҙле йорттарҙа
Төрлө төҫтәге уттар.
Тормош бара, тик ҡасандыр
Минең миҙгелдәр туҡтар.

Көҙҙәремдән ҡыштарыма,
Ҡыштан ярһыу яҙҙарға.
Китеп барам ошо ерҙән
Һыуһап йылы наҙҙарға.

Баҡыр тәңкәле ҡояштың
Һары һаран балҡышы.
Күләүектә боҙ һәм япраҡ -
Көҙ һәм ҡыштың алышы.
Фәнил Бүләков.
Фаниль Буляков
12 сен
Асмандағы туңған йондоҙҙарҙың
Ергә сатнап яуған саҡтары.
Бөгөн төндә ҡырау төшөр микән,
Үләндәрҙең эйеп баштарын?

Төнгө тулҡын шаулай ярға ҡағып,
Йылға бөгөн айҙың көҙгөһө.
Ҡош юлында ҡоштар ауаздары
Ярып үтте кинәт көҙ төнөн.

Тыуған яҡтан йыраҡ китә улар,
Төндә күктәр тыныс ҡоштарға.
Ауаздарҙы яңғыҙ оҙатамын,
Мин ҡаламын бында ҡышларға.

Көҙгө елдәр һәләк әсе икән,
Күҙҙән һыға хатта йәштәрҙе.
Һәр миҙгелдән алам илһамды мин,
Ярһыу сәмде, көстө йәшәрлек.
Фәнил Бүләков.
Фаниль Буляков
6 сен
Көҙгө урман... Хатта кесерткәндең
Татлы икән бөгөн еҫтәре.
Һуҡмаҡ буйлап ихлас китеп барам -
Көҙгә ғашиҡ әҙәм иҫәре.

Күккә үрелгәндәр тирәктәре,
Имәндәре Асман терәгән.
Яңы көҙгә атлап кереп барам,
Һағышланып ала йөрәгем.

Ҡыштырлайҙар саған япраҡтары,
Бар серемде белгән ишеләй.
Йөрәгемдә янған хистәремде
Асмам инде хәҙер, кешеләр!

Көҙҙәр еткән һайын ғүмеремдең,
Йәшәйештең тоям баһаһын.
Күҙҙәренән һүҙәренән һиҙәм,
Асылдарын Әҙәм балаһын.

Ағастағы селтәр, ауҙа яна
Көҙҙөң йәше, көҙҙөң күҙҙәре.
Ғүмер буйы йәндә йөрөтәбеҙ,
Йөрәктәргә үткән һүҙҙәрҙе.

Ғүмер буйы өмөт итәбеҙ беҙ,
Ҡаҙҙар менән ҡайтыр яҙҙары.
Өмөт биреп мине ҡосаҡлаған
Сыуаҡ көҙҙөң йылы наҙҙары.
Фәнил Бүләков.
На этом пока всё
Войдите в ОК, чтобы посмотреть всю ленту

606

  • Газизьян Ахмедьянов
    Газизьян Ахмедьянов
  • Гульниса Ягафаровна
    Гульниса Ягафаровна
    Уфа
  • Юлия Баймуратова
    Юлия Баймуратова
    Санкт-Петербург
  • Ильдар Гизитдинов
    Ильдар Гизитдинов
    г. Учалы (Учалинский район)
  • Юлия Мугтасимова

  • Бесплатная открытка с днём рождения, здоровья, торт, бокалы, текст, с др, шампанское

7

  • Фамильный клан "Буляковы"
    Фамильный клан "Буляковы"
    252 подписчика
  • Яйыҡ
    Яйыҡ
    3144 подписчика
  • д.Наурузово Учалинский район
    д.Наурузово Учалинский район
    1426 подписчиков
  • Управление образования Администрации Уфы
    Управление образования Администрации Уфы
    141 подписчик
  • ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
    ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
    9798 подписчиков

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного

Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.

Зарегистрироваться