Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,
Унда күпме ынйы бар!
һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән
Бала өсөн саф мөхәббәт
Ынйылары бит улар!
Әсә күңелен дала тиҙәр,
Ул тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә
Аҡ юлдары донъяла!
Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ!
(А.Игебаев)
Абдулхаҡ Игебаевтың шиғыр юлдары минең әсәйемә бағышланған һымаҡ. Хәйер, һәр бала өсөн әсәй ул - бар донъялыр. Минең әсәйем, Миңлеғәфүрә Иҙрис ҡыҙы, Мәсетле районының Көршәле ауылында тыуып үҫкән. Йәшләй генә Һабанаҡ ауылына килен булып төшөп, әтейем менән бергәләп дүрт бала ҡарап үҫтерҙеләр, уҡыттылар. Быйыл әсәйемә 85 йәш тулды. Олоғайһа ла, ил