Хәтәр тәмле алма бәлеше бешерҙем бөгөн))) Ул тәмлелеге, ул матурлығы....Һоҡланып бер булдым, әйтәгүр)))Бер ҡап аҡмайҙы (маргарин да ярай, "Пышный","Пышка",йә "Хозяюшка") алдан холодильниктан алып ҡуйҙым, йомшай торһон. 3 йомортҡаның һарыһына (ағын ситкә алып тороғоҙ) 1 стакан шәкәр ҡушып ныҡ ҡына итеп туғыным да, йомшарған аҡмайҙы, аш һеркәһендә һүндерелгән ярты сәй ҡалағы соданы, самалап он ҡушып ҡамыр баҫтым. Бындай татлы ҡамырҙы таҡтала йәйеүе ауыр, шуға ҡамырҙың әҙерәк өлөшөн морозильникка тыҡтым,аҙаҡ кәрәк буласаҡ)) Ҡалғанын табаға ҡул менән йәйҙем. Ситтәрен бейек кенә итеп күтәрттем. Эсенә 3-4 алманы ҡырып һалдым да, өстөнә баяғы йомортҡаның ағын ярты ст.шәкәр менән туғып ҡойҙом. Бына