Хәйерле иртә Каран- Елга ауылы халҡы, яҡташтар!
Рамаҙан айының йома иртәһе мөбәрәк булһын!
Ошо изге айҙа, ҡулдан килгәнсә, күберәк изге эштәр ҡылып ҡалайыҡ.
Белеүебеҙсә, быйыл бөтә ил, ил генә лә түгел, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнә. Һәр бер ғаилә тарихы аша үткән был ваҡиға. Күҙ йәштәре, йөрәк яралары, әсе яҙмыштар, миллиондарса ҡорбандар менән бирелгән изге еңеүҙе, уны килтереүселәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ.
Тыныс тормош өсөн көрәшкән Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған обелискыға аҡса йыйыу дауам итә. Күрше-тирә ауылдар араһында тик беҙҙә генә исемһеҙ-ниһеҙ һалҡын таш тора. Ауылыбыҙ өсөн янып-көйөп йөрөүселәрҙе ошо акцияны әүҙемләштереүҙә ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ.
Таны