Нурия Абдуллина -- Өфөлә
Төркиәнән Башҡортостанға ҡунаҡҡа ҡайтҡан Нурия Абдуллинаны “Өфө һөйләй” тапшырыуына саҡыралар. Ихлас әңгәмәлә фәһем алыр фекерҙәр бик күп яңғырай Тапшырыу һуңында Нурия апай ошолай ти:
"Тормошта осраған кәртәләр, ауырыуҙар, ауырлыҡтар, байлығы ла, фәҡирлеге лә беҙгә һынау өсөн бирелә. Шуға ла сабыр булайыҡ. Мортаза Ғөбәйҙулла улының бер һүҙе иҫтә ҡалды. Ковид башланғас, уға ошо сиргә бәйле һорауҙы күп биргәндәр икән. Уның: “Ковид – ул кешелеклелек өсөн тест” тигән яуабы күңелемә ныҡ һеңде.
Заман үҙенең ауырлыҡтарын биреп тора икән, әле сабырлыҡ, аҡыл, дуҫлыҡты нығытыр өсөн тест бара. Ғаиләлә булһынмы, дуҫтар, күршеләр, коллегалар булһынмы, белер-белмәҫтән бәхәс ты