Үҙ юлымды ярып атлап киләм,
Башҡаларҙың баҫмай эҙенә,
Башҡаларҙың кермәй донъяһына,
Башҡаларҙың аумай һүҙенә.
Атлап киләм бары үҙем булып,
Бигерәк оҡшай ошо һуҡмағым.
Күтәрерлек алам шатлыҡтарын,
Күтәрерлек алам туҡмағын.
Башҡаларҙы тыңлау түгел, ҡайсаҡ
Үҙ-үҙемде килмәй тыңлағым.
Күндәм генә йөрәк ыңғай ҡуям,
Йөрәк - минең иң төп маяғым.
Яратмаған менән һүҙ ҡормайым,
Йән тартмаған ергә бармайым.
Ҡәҙерһеҙләп ғәзиз күңелемде
Ҡәҙер белмәҫтәйгә ҡалмайым.
Бер кемгә лә отчёт биргем килмәй,
Бер кемгә лә килмәй аҡланғым.
Булыр-булмаҫ һуҡыр өмөт менән
Үҙ-үҙемде килмәй алдағым.
Әрһеҙләшеп үҙем тағылмайым,
Дәғүәләшеп, көсләп тотмайым.
Һәр кем һайлай үҙе барыр юлды -
Башҡаларҙың юлын ҡыймайым.