Кисер, әсәй!
«Көтөп кенә алған улың булып
Тыуғанмын мин өмөт уятып,
Үҫтергәнһең бәпләп, йыуанғанһың -
Кисер, әсәй, киттем илатып!
Аҡламаным, беләм, көткәнеңде,
Булалмамын «алтын таяғың»,
Башҡа сара, әсәй, табалманым -
Ерҙе тапай фашист аяғы.
Әллә инде һорай белмәнем, тип,
Телгеләмә бәғер! Сабыр бул!
Бейек «нөктә» беҙҙә! Доғаң көсө!
«Тамуҡ» аша ине барыр юл...
Беҙ - өс егет иңде иңгә терәп
Шул ҡалҡыулыҡ өсөн һуғыштыҡ.
Меңәрләгәң яугир йәнен һаҡлап
Шәһит алдыҡ һуңғы һулышты.
Һынатманым, әсәй, ғорур йәшә,
Герой тиҙәр хәҙер улыңды!
Шөкөр һүҙе менән хәтерләрһең,
Күтәргәндә ике ҡулыңды.
Ныҡ була күр, бик бирешмә, йәшә,
Ҡайғыларға һалма башыңды!
Бына инде, тағы күҙ йәшенә
Йыуаһың бит ҡәбер ташымд