ОЛОЛОҠ – УЛ ҮҘЕ БАЙЛЫҠ.
Көҙ менән сагыштыралар
Оло кешенең йәшен.
Әллә инде уйламайҙар,
Һуңынан килгәнен ҡышын...
Ололоҡ - ул үҙе байлыҡ,
Тулы сумаҙан йылдар.
Берәүҙәре ынйы кеүек,
Икенселәр - сәскәләр.
Һаҡлы ялда куптәребеҙ,
Бер ашыҡмай йәшәйбеҙ.
Шатлыҡ килһә, йәшәрәбеҙ,
Килмәһә - уфтанмайбыҙ.
Беҙ беләбеҙ ғумерҙәрҙе:
Төрлө вакыттар була.
Иҫтә тотоп үткәндәрҙе,
Ипләп атлайбыҙ алға...
Ҡәзерле сумаҙандарҙа
Һаклайбыҙ ҡиммәттәрҙе.
Үткән яҙ, көз, йәй, кыштар ҙа,
Дәртләйҙәр йәшәүҙәрҙе.
Йәм бирә беҙҙең йашәүгә
Сумаҙандың барлығы.
Әйтмәгеҙ, көз, тип, йәшәүҙе,
Ололар -иң байҙары...(Сәскә Ғүмәр)