Артист көнө алдынан театрға Фидан Ғафаровтың бюсы ҡайтты
Уның авторы - Ҡазан ҡалаһындағы В.И. Ленин исемендәге мәҙәниәт-ял комплексы рәссамы, скульптор Хәлит Миңлеғәлиев. Татарстан Республикаһының билдәле рәссамы артистың бюсын фотоһүрәт буйынса гипс, пластик ҡулланып эшләй. Бюст тарихы тураһында Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров һөйләй:
“Атайым Ҡазан ҡалаһында концерт менән сығыш яһағанда, мәҙәниәт һарайының рәссамы менән танышып-һөйләшеп китә һәм уға: “Хәлит, был донъянан китеп барһам, миңә лә берәй бюст эшләрһең” - тип шаярта. Рәссам оҙаҡ уйлап тормай, атайым иҫән сағында уҡ ул бюсты эшләп ҡуя. Әммә атайыма бюсты фотонан ғына күрергә насип булды. Бына, ниһайәт, быйылдан билдәлә