Ауылыбыҙ уңғандарының береһе, ҡул эше оҫтаһы Ратифа Ғиниәт ҡыҙы Гарипова ниндәй эшкә тотонһа ла, ҡулынан нурҙар бөркөлә, ниндәйҙер илаһи йылылыҡ килә.Тамбурлап ҡайылған таҫтамал, алъяпҡыстар булһынмы, теҙелеп киткән семәр-семәрле балаҫтары булһынмы, барыһы ла куҙҙең яуын алып тора. Ул һәр ваҡыт эш өҫтөндә, эҙләнеү өҫтөндә. Әле ҡорамалар тегеү менән мәшғүл ул. Афарин, Ратифа Ғиниәт ҡыҙы! Сәләмәт булығыҙ, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!