Беҙ аңлаттыҡ, һеҙ ҡаранығыҙ һәм уҡынығыҙ – шулай итеп йыл да үтеп китте!
😊 2026 йылда ҡатмарлыҡтар тураһында ябай һөйләшеүҙе дауам итербеҙ. Һеҙҙән иһә һорауҙар, тәҡдимдәр һәм тәьҫораттар көтәбеҙ. Бигерәк тә – яңы йыл йолалары һәм бүләктәр тураһында хикәйәттәрегеҙҙе. Беҙ бында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланыҡ.
Боронғо башҡорттарҙың ниндәй яңы йыл аштары булған, беләһегеҙме?
Ҡышын өҫтәлгә ғәҙәттә бутҡалар, бешкән ит, бишбармаҡ, ҡоймаҡ һәм ҡабартма, йыуаса (майҙа бешкән ҡамыр киҫәктәре), оҙайлыға әҙерләнгән ҡаҙылыҡ (йылҡы итенән колбаса) сығарғандар.
Әйткәндәй, бер ҡыҙыҡ йола билдәле – яугирҙе оҙон юлға әҙерләгәндә биленә биш ҡат ҡаҙылыҡ урағандар.
Ҡышҡы табын түрендә ҡорот – башҡорт эремс